ФӘРХЕТДИНОВ Рәфәғәт Рауил улы (14.2.1949, Өфө), биофизик, патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (2000). Р.Ғ.Фәрхетдиновтың улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй: 1978 й. — өлкән, 1989 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2010 й. башлап үҙәк фәнни‑тикшеренеү лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эксперименталь һәм клиник биофизика мәсьәләләренә арналған. Ф. тарафынан метаболик, физиол. һәм патологик процестар, организмға экологик, медикаментоз тәьҫирҙәр ваҡытында ирекле радикал окисланыу тикшереүҙәренең биол. материалдың хемилюминесценцияһын теркәүгә нигеҙләнгән экспресс‑алымдары эшләнгән. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Влияние лекарственных средств на процессы свободно‑радикального окисления: справ. Уфа, 2002 (авторҙ.); Хемилюминесцентные методы исследования свободно‑радикального окисления в сельском хозяйстве, ветеринарной медицине и животноводстве. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке