ФӘРХЕТДИНОВ Рауил Ғилметдин улы [11.11.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Уран а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 16.9.2010, Өфө], терапевт. Мед. ф. д‑ры (1971), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1944) Өфөнөң Беренсе совет дауаханаһында эшләй. 1953 й. алып Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш терапевы, 1955—90 йй. БДМИ‑ла (1968—84 йй. эске ауырыуҙар пропедевтикаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең ишемия ауырыуын иҫкәртеү һәм дауалау мәсьәләләренә, ашҡаҙан, бөйөр ауырыуҙары булғанда “Янғантау”шифаханаһының дауалау факторҙарын өйрәнеүгә, республиканың сәнәғәт пр‑тиелары эшселәрен диспансерлаштырыуҙы камиллаштырыуға һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н терапевтары йәмғиәте рәйесе (1974—84).

Ш.З.Заһиҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика