ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ, БР‑ҙың дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. БССР ФА булараҡ ойошторола, 1992 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. БР ФА дәүләт заказына ярашлы фәнни тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен координациялай, респ. һәм уның күп милләтле халҡы үҫешен фәнни яҡтан тәьмин итә. 6 бүлеге бар: соц.-гуманитар фәндәр һәм технологиялар, Ер т‑дағы фәндәр һәм нефть-газ технологиялары, матем., физика һәм машиналар т‑дағы фәндәр, химик технологиялар һәм яңы материалдар, агро- һәм биотехнологиялар, мед. фәндәре һәм һаулыҡ һаҡлау. БР ФА ҡарамағында Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты, Күҙ ауырыуҙары институты, Стратегик тикшеренеүҙәр ин‑ты, “Башҡорт энциклопедияһы” фән учреждениеһы; БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы м‑н берлектәге идарала Нефтехимия эшкәртеү институты (2017). БР ФА‑ға 26 тулы хоҡуҡлы ағза, 48 мөхбир ағзаһы, 36 почётлы һәм 14 сит ил ағзаһы инә (2017; ҡара: табл.). Академия “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Проблемы востоковедения” ж. нәшер итә. Фәндең төрлө өлкәләрендә 18 исемле премия булдыра: Н.А.Айытов, Д.Ф.Варфоломеев, Г.В.Вахрушев, С.А.Гаврилов, В.К.Ғирфанов, Зәки Вәлиди (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов), К.П. Краузе, Р.Ғ.Кузеев, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, С.А.Ҡунаҡбаев, А.Ф.Леонтьев, Р.Р.Мәүлитов, М.И.Өмөтбаев, С.Р.Рафиҡов, Ғ.Н.Тереғолов, Ҡ.Р.Тимерғәзин, М.И.Тоҡомбәтов, А.А.Трофимук ис. премиялар. БР ФА Президенттары: О.Ә.Ҡайбышев (1991 й. алып), Р.И. Ниғмәтуллин (1995 й. алып), М.Ә.Илһамов (2004 й. алып), А.М.Шаммазов (2006 й. алып), Р.Н.Бәхтизин (2011 й. алып), Ә.С.Ғаязов (2015 й. алып)

Р.И.Әбләев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзалары 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.