ТӨХВӘТУЛЛИНА Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7.3.1931, Мәскәү — 9.11. 2016, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Харьков пед. ин‑тын (1953), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1965) тамамлаған. 1953 й. алып Первомайск ҡ. урта мәктәбендә, 1954 й. — Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1955 й. башлап ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары. 1960—63 йй. ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. 1965 й. алып БАССР‑ҙың мәҙәниәт министры, 1969 й. — КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1981—86 йй. Дәүләт учреждениелары хеҙм‑рҙәре профсоюзының Башҡ‑н өлкә ком‑ты рәйесе. БАССР ЮС‑ының 6—10‑сы саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1960, 1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Л.И.Имамбаева

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.