ТӨХВӘТУЛЛИН Яҡуп Зәйнулла улы (8.6.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны, — 16.8.2010, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983). 1938—84 йй. “Башкирэнерго” район энергетика идаралығының 2‑се ТЭЦ‑ында (Өфө) эшләй: 1945 й.алып өлкән электромонтёр, 1946 й. — электр лаб. приборсыһы, 1957 й. — өлкән мастер, 1968 й. — электр цехы нач. урынбаҫары. Т. ҡатнашлығында электр двигателдәренең шыумалы подшипниктары баббитын иретеп ҡойоу өсөн электр ванналары, трансформаторҙарға май тултырыу өсөн насос һәм май һүндергестәре эшләнгән һәм индерелгән. 1959—65 йй. Т. бригадаһы хеҙмәт етештереүсәнлеген 60%‑ҡа арттырған, 20 мең һумға материал һәм запас частарҙы экономиялауға өлгәшкән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018