ТӨХВӘТУЛЛИН Фәтих Насир улы [16.3.1894, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Сыбыҡлы а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 10.6.1938, Өфө], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен (Ҡазан), Красноуфимск сәнәғәт уч‑щеһын (1917) тамамлаған. Пермь губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1917 й. алып Красноуфимск ҡала думаһы һәм Красноуфимск өйәҙ йыйылышы рәйесе урынбаҫары. 1918 й. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты эшендә ҡатнаша. 1919 й. февр. башлап АСБР‑ҙың эске эштәр һәм милләттәр б‑са халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта май айынан Башревком вәкилдәре советы ағзаһы: Туҡ-Соран кантонында, Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонында АСБР власы органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша; сент.—окт. Петроград ҡ. башҡ. ғәскәрҙәрендә (ҡара: Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө) махсус вәкил, 1920 й. февр. алып Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта ғин. башлап Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1920 й. июнендә Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты сыҡҡандан һуң, протест белдереп, Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә вазифаһын ҡалдыра. Ырымбур ҡ., артабан Мәскәүҙә һаҡ аҫтында була, дек. азат ителә. 1921 й. алып АСБР‑ҙың игенселек б‑са халыҡ комиссары урынбаҫары, 1931 й. — Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ директоры. 1937 й. репрессиялана, атыла (1938). 1957 й. аҡлана.

Х е ҙ м.: Материалы к истории башкир. Уфа, 1928.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.