ТУТАҒАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тутағас күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 612; 1939 — 670; 1959 — 660; 1989 — 379; 2002 — 364; 2010 — 308 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Мишәр а. кешеләре нигеҙ һала. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибететеркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ. Ғилманов