ФӘН, Дәүребаш, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Казанка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡатай й. (Төйлән й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 222 кеше; 1959 — 196; 1989 — 133; 2002 — 130 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Башланғыс мәктәп, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Иҫке Аҡҡолай а. кешеләре Дәүребаш булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика