ТӨРКИӘ, Т ө р к и ә Р е с п у б л и к а һ ы, Азияның төньяҡ-көнбайышында һәм Европаның көньяғында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 783,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Анкара. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 75,6 млн кеше (2012): төрөктәр (82%), курдтар (10,6%) һ.б. Рәсми тел — төрөк теле. Диндарҙарҙың күпселеге — мосолман-сөнниҙәр. БР‑ҙың Т. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Т. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Т. Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡт., фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (1996), Анкара һәм Өфө хакимиәттәре араһында сауҙа-иҡт., фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек һәм баш ҡалаларға туғандашлыҡ статусы биреү (1997), БР Хөкүмәте һәм Т. Истанбул вилайәте губернаторлығы араһында хеҙмәттәшлек (2005) т‑да килешеүҙәргә; Истанбул ҡ. һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек (2000), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай һәм Т. Бөйөк милли йыйылышы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү ниәте (2006) т‑да протоколдарға ҡул ҡуйылған. Башҡортостанға Т. РФ‑тағы илселәренең (1996, 2003—05, 2011, 2015), Т. Ҡазандағы ген. консулдарының (1999, 2002, 2004, 2006, 2008, 2013), Т. Хөкүмәте делегацияларының (2000—02, 2006); Т. БР Хөкүмәте делегацияларының (1993, 1996, 2002—09) рәсми визиттары була. 2004 й. БР Президенты М.Ғ.Рәхимов етәкс. рәсми делегация Т. бара. 2006 й. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай м‑н Т. Бөйөк милли йыйылышы делегациялары үҙ-ара визиттарға йөрөй. Башҡ.-төрөк эшлекле хеҙмәттәшлеген үҫтереү һәм яҡлау фонды эшләй (Өфө, 1997 й. алып), уның вәкилдәре Рәсәй-Төркиә эшлекле советы эшендә ҡатнаша. БР ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһына ингән. Истанбулда РФ сауҙа вәкиллегендә БР вәкиллеге эшләгән (2005—16). Т. делегаттары 1—4‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, машиналар эшләү, нефтехимия сәнәғәте, сауҙа, төҙөлөш өлкәләрендә хеҙмәттәшлек булдырылған. БР‑ҙың дөйөм тышҡы сауҙаһында Т. өлөшөнә 6% тура килә (2014). БР м‑н Т. араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 264,7 млн доллар тәшкил итә; БР‑ҙың Т. экспорты — 241,3 млн доллар; уның тауар структураһында минераль яғыулыҡ, нефть, нефть продукттары, органик химия берләшмәләре, ашламалар һ.б. бар. 2008 й. Т. машиналар, ҡорамалдар һ.б. импорты 15,4 млн доллар (2000 й. — 2,7 млн доллар) тәшкил итә. Экспортҡа эшләүсе төп пр‑тиелар — Белорет металлургия комбинаты, “ГазпромнефтехимСалават”, “Каустик” ААЙ, Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Сода”, “Уфанефтехим”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы; импортлаусылар — “Амстар” ААЙ, “Ба-Дек-Лизинг”, “Батурос”, “Башимпортснаб”, “Русджам—Уфа” ЯСЙ‑лары. 2015 й. БР‑ҙа Т. капитал йәлеп иткән 90‑дан ашыу берлектәге предприятие эшләй. Төрөк төҙөлөш фирмалары “Башнефтезаводстрой” ААЙ һ.б. м‑н берлектә Каруан һарай, Опера һәм балет театры, “Янғантау” һәм “Красноусол” шифаханалары биналарын реконструкциялауҙа, “Ләлә-Тюльпан” мәсетен, “ПрезидентОтель” ҡунаҡхана комплексын һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. Өфө һәм Истанбул, Анталья, Бодрум, Даламан, Измир ҡҡ. араһында даими пассажир авиарейстары ойошторолған. Башҡортостан тауар етештереүселәренең даими экспозицияһы булдырылған: БР‑ҙың 30 пр‑тиеһы — “Рәсәйҙең экспорт мөмкинлектәре — 2000” күргәҙмәһендә (Истанбул); БР‑ҙың 40 пр‑тиеһы һәм ойошмаһы 72‑се Халыҡ-ара Универсаль сәнәғәт йәрминкәһендә (Измир, 2003) ҡатнаша. Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресы күргәҙмәһендә Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге Гран-приға лайыҡ була (Мугла провинцияһы, 2016). БР‑ҙа Т. көндәре (1999), Т. БР м‑н таныштырыу (2005, 2007), Т. БР сәнәғәте көндәре (2006), Т. БР мәҙәниәте көндәре (2006, 2009, 2012), Т. БР фәне һәм мәҙәниәте көндәре (2010) үткәрелә. 2‑се рус армияһы составында 1‑се һәм 2‑се башҡорт полктары, 9‑сы Ырымбур һәм 4-се Урал казак полктары, Өфө пехота полкы рус-төрөк һуғышында (182829) ҡатнашҡан. 19 б. уртаһында Т. Белорет заводында етештерелгән тимер һатылған. 1920 йй. башында Башҡорт милли хәрәкәтенең ҡайһы бер эшмәкәрҙәре (Ә.Ә.Вәлидов, Инан Әбделҡадир һ.б.) Т. күсеп киткән. 1934—35 йй. М.М.Шайморатов Т. хәрби атташе булған. 20‑се йй. аҙ. алып төрөк ғалимдары башҡорттар тураһында фән мәсьәләләре м‑н шөғөлләнә. Башҡорт теле өйрәнелә, башҡ. тел белгестәре (Ғ.Д. Ибраһимов һ.б.) м‑н берлектә һүҙлектәр, дәреслектәр төҙөлә һәм баҫтырыла; эпостар, ш. иҫ. “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡҡола”, “Ҡараюрға”, “Уралбатыр”, төрөк теленә тәржемә ителә. Башҡорт дәүләт университеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Ататөрк ис. Мәҙәниәт үҙәге (Анкара) м‑н берлектә — 35 томлыҡ “Төрки әҙәбиәттәр антологияһы” (“Антология тюркских литератур”) йыйынтығын (29—30‑сы томдар, 2004—05; Анкара), Эгей ун‑тының Төрки донъяһын өйрәнеү ин‑ты (Измир) м‑н берлектә 100 томлыҡ “Төрки халыҡтар эпостары” (“Эпосы тюркских народов”) баҫмаһын (1997 й. алып) һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. 90‑сы йй. башынан Т. БР өсөн фәнни һәм фәнни-пед. кадрҙар әҙерләнә. БДУ һәм Истанбул, Ушак, Эгей (Измир) ун‑ттары, Юныс Эмре ис. ин‑т (Анкара), Халыҡ‑ара ислам тарихын, сәнғәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәге (Истанбул); Сәнғәт институты һәм Истанбул нәфис сәнғәт ун‑ты араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Төрөк белгестәре ғилми стажировка үтә, студенттары Башҡортостан вуздарында уҡый (2015 й. — 32 кеше). 1993—2003 йй. Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡҡ. башҡ.-төрөк лицейҙары эшләй. Т. проф. һәм үҙешмәкәр коллективтарҙың, ш. иҫ. Башҡорт драма театрының, Ҡурсаҡ театрының, “Мираҫ” фольклор ансамбленең, гастролдәре үтә. 2009 й. Т. БР вәкиллегендә Башҡ. халҡының тарихы һәм этнографияһы йорто асыла. 2010 й. Т. БР фәне һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Ә.Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы “Европа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: үткәндәр, хәҙергеһе, киләсәк” Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы, һабантуй (2006 й. алып йыл һайын) үткәрелә; БАДТ, Башҡорт филармонияһы, Милли Йәштәр театры, Сибай филармонияһы һ.б. артистары сығыш яһай. Т. рәссамдар Р.Х.Ғәйетов, М.М. Мөхәмәтов, В.М.Ханнанов, Р.З. Харисов, Р.Х.Әхмәтвәлиев һ.б. күргәҙмәләре була. Т. “Истанбул ҡ. башҡорт ойошмаһы” эшләй (1950 й. алып). БР‑ҙа 315 төрөк йәшәй (2010). 1991 й. башлап “Башҡортостан—Төркиә” Башҡ‑н респ. дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшләй; “Заман—Башҡортостан” гәз. сыҡҡан.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018