БАЛ, әсе бал, асы бал, башҡорт аш‑һыуының традицион иҫерткес эсемлеге. Һыу ҡушып әсетелгән балдан әҙерләнә. Ҡомалаҡлы арпа йәки арыш ҡуры (башы) һалып әсетелгән, ҡайһы ваҡыт бүрттерелгән тары йәки бойҙай өҫтәлгән. Байрам табынына ҡуйылған. Йола б‑са кейәү бүләгенә Б. мискәһе ингән; ҡоҙалар һәм ҡунаҡтар алдына уны көрәгәгә һалып сығарғандар. Башлыса солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгән төбәктәрҙә (нигеҙҙә, Башҡортостандың төньяҡ һәм тау-урман райондарында) ҡойолған. Б. оҡшаш эсемлек мари, мордва, татар, урыҫ һ.б. аш‑һыуында таралған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика