ФӘЙЗУЛЛИНА Резеда Мансаф ҡыҙы (16.1.1956, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Әмир а.), педиатр, аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. табибы (2010). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) 1987 й. тиклем Өфөнөң 6‑сы һәм 18‑се дауаханаларында эшләй. 1992 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә аллергия ауырыуҙарын өйрәнеүгә бәйле. Ф. ҡатнашлығында бронхиаль астма ваҡытында психоэмоциональ боҙолоштарҙы, киҫкен пневмонияны иртә диагностикалау һәм дауалау ысулдары һ.б. эшләнгән. БР‑ҙың Аллерголог‑иммунологтар ассоциацияһы рәйесе (1998 й. алып). 230‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Комплексное лечение больных с аллергическим поражением органов дыхания. Уфа, 1999 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика