ФӘЙЗУЛЛИН Айрат Рәй улы (6.5.1959, Октябрьский ҡ. — 26.12.2002, ш. уҡ), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1980). “Нефтсе” спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.И.Ворсин). Спидвей б‑са шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш  призёры (1984); СССР чемпионаттарының көмөш (1983) һәм бронза (1982, 1989) призёры, команда ярышында “Социалистик илдәр дуҫлығы кубогы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1979—80). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемп. (1978), Европа (1979) һәм СССР (1980) чемпионаттарының көмөш призёры.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика