ФӘЙЕЗОВА Лариса Петровна (14.7. 1952, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) 1981 й. тиклем Өфөнөң 5‑се дауаханаһында эшләй. 1987 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге хроник панкреатиттың иммунопатогенезында һәм уның диагностикаһын оптималләштереүҙә, дауалауҙа цитокиндарҙың ролен, эске ағзалар ауырыуҙары патогенезының иммуногенетик нигеҙҙәрен тикшереүгә, гипертония ауырыуын, гастроэнтерологик һ.б. ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Хронический панкреатит — современные аспекты. Уфа, 2004 (авторҙ.); Лимфаденопатии. 2‑е изд. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018