ФЕТИСОВ Владимир Станиславович (5.7.1963, Өфө), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2006). ӨАИ‑ны тамамлаған (1986), 1989 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡ дисперслы мөхиттәрҙең физик үҙенсәлектәрен үлсәү ысулдарын, сараларын өйрәнеүгә һәм уйлап табыуға арналған. Ф. тарафынан эмульсияларҙың фаза составын үлсәү өсөн ҡатнаш акусто электрик датчиктар, сәнәғәт пр‑тиеларында эмульсияларҙың һәм супсензияларҙың концентрацияһын билдәләү өсөн фотометрик ҡоролмалар төҙөү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән, һыу ятҡылыҡтарындағы һәм резервуарҙағы һыуҙың сифатын контролдә тотоу өсөн портатив WT‑07 болғансыҡ үлсәгесе уйлап сығарылған (2008 й. үлсәү сараларының РФ Дәүләт реестрына индерелгән). 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Интеллектуальные средства измерений и HART-протокол. Уфа, 2004; Фотометрические полевые средства измерений концентрации жидких дисперсных систем. Уфа, 2005.

В.Г.Гусев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика