БАЛ, ҡорт балы, башлыса баллы үҫемлектәрҙең нектарынан бал ҡорттары яһаған татлы, ҡуйы хуш еҫле матдә. Бал ҡорттары аҙыҡ сифатында ҡуллана. Ҡиммәтле диетик ашамлыҡ, дауалау сараһы. Йыйыу сығанаҡтарына ярашлы сәскә (нектарҙан), япраҡ (үҫемлек һәм бөжәктәрҙең татлы бүлендегенән) һәм ҡатнаш Б. айырып йөрөтөлә. Япраҡ Б. һәм япраҡ Б. ҡушылмаһы күп булған сәскә Б. бал ҡорттары өсөн ашауға яраҡһыҙ. Б. химик составы, тәме һәм еҫе үҫемлектең төрөнә, климат шарттарына, Б. эшкәртеү ысулына бәйле. Сәскә Б. составы (%): һыу — 18—20, углеводтар — 65—80, аҡһымдар — 0,3—0,4, көл — 0,3; органик кислоталар, ферменттар, витаминдар һ.б. бар. Б. төҫө аҡ (йүкәнән, ҡандала үләненән һ.б.), һары (туғайҙыҡы, көнбағыштан), ҡараһыу һоро (ҡарабойҙайҙан) була. Медицинала, парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һ.б. файҙаланыла. Башҡ‑нда Б. төп сорттары — йүкә Б., ҡарабойҙай Б., ҡандала үләне Б., көнбағыш балы. Б. борон замандан халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Солоҡ Б. (ҡара: Солоҡсолоҡ) үҙенсәлекле хуш еҫле, әскелтем тәмле; составында һитә (кәрәҙ күҙәнәктәренә һалынған, өҫтөнән бал м‑н ҡапланған сәскә һеркәһе), глюкоза һәм фруктоза күберәк, сахароза һәм һыу әҙерәк. Башҡ. йүкә Б. Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1900), Германияла халыҡ‑ара күргәҙмәлә (Эрфурт ҡ., 1961), Мәскәүҙә Халыҡ‑ара умартасылыҡ конгресында (1971), Мәскәүҙә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә (2001—15) алтын миҙалдарға лайыҡ була. БР‑ҙа йыллыҡ Б. етештереү күләме 6—7 мең т тәшкил итә. Б. составын, сифатын өйрәнеү һәм Б. алыу технологияһын уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә алып барыла. 2016 й. “Аҡбуҙат” ипподромы бинаһында Башҡорт балы йорто асыла, унда БР‑ҙа етештерелгән Б. 500‑гә яҡын төрө һәм умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим ителә; “Ҡурсаулыҡ балы” (“Заповедный мёд”; Мәләүез р‑ны), “Башҡорт балы — Бөрйән даны” (“Башкирский мёд — слава Бурзяна”; Бөрйән р‑ны) этнофестивалдәре уҙғарыла, иң яҡшы солоҡсо, умартасы, солоҡсолоҡ хужалығы конкурстары һ.б. үткәрелә, умартасылыҡ продукттары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре тәҡдим ителә.

Әҙәб.: Шафиҡов И.В. Бал ҡортоноң наҙы бар. Өфө, 2006; Шакиров Д.Т. Пчеловодство Башкирии. Уфа, 1992; Пчеловодство Башкортостана /М.Г.Гиниятуллин [и др.]. Уфа, 2008.

В.Н.Власов, М.Ғ.Ғиниәтуллин, И.В.Шафиҡов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

 

 

Яндекс.Метрика