ФЕРУЛА (Ferula), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 170 төрө билдәле, Евразияның һәм Африканың ҡоро һәм таулы өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда каспий Ф. һәм татар Ф. үҫә. Моно йәки поликарпик күп йыллыҡ төкһөҙ үләндәр. Һабаҡтары яңғыҙар, йыуан, ныҡ тарбаҡланған, бейеклеге 30–100 см. Япраҡтары – күп тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә; һабаҡ япраҡтары – эре йәки ҙур булмаған еңсәләр м‑н, тамыр яны япраҡтары розеткаға йыйылған. Сәскәләре ваҡ, һарғылт төҫтә, актиноморф, ике енесле йәки өлөшләтә һеркәлекле, һепертке сәскәлектәре барлыҡҡа килтереүсе ҡатмарлы сатырҙарҙа урынлашҡан. Сатырҙары 10–12 сәскәле; үҙәктә – ике енесле сәскәләр м‑н, сите – оҙон һаптарҙа, ата йәки ҡатнаш сәскәләр м‑н. Июнь–июлдә сәскә ата. Емештәре – һалынҡы емеш, авг. өлгөрә. Татар Ф. далала, ташлы яланғаслыҡтарҙа, ҡоро битләүҙәр һәм урман ситтәре буйлап үҫә, Башҡортостандың Урал алдында (Ейәнсура, Күмертау, Стәрлетамаҡ р‑ндары) һәм Башҡортостандың Урал аръяғында (Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары); Каспий Ф. (составында кумариндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла) һирәгерәк респ. көньяҡ өлөшөндә татырлыҡта һәм балсыҡлы битләүҙәрҙә осрай.

А.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика