ФЕРМЕНТТАР (лат. Fermentum — әсетке), энзимдар, тере организмдарҙың биол. катализатор булып тороусы үҙенсәлекле аҡһымдары. Фермент әүҙемлегенә ш. уҡ РНК эйә. Ябай (аминокислоталарҙан тора) һәм ҡатмарлы, ш. уҡ үҙгәрешһеҙ (күҙәнәктәрҙә даими синтезлана) һәм индукцияланыусы Ф. (уларҙың биосинтезы ярашлы субстраттар йоғонтоһонда әүҙемләшә); структур ойошторолоуы б‑са — бер полипептид сылбыр (мәҫ., лизоцим), дисульфид күперҙәр ярҙамында тоташҡан (химотрипсин) бер нисә сылбыр Ф.; бер үк (мускул фосфорилазаһы) йәки төрлө (аспартат‑карбамоилтрансфераза) субберәмектәрҙан барлыҡҡа килгән, ковалент булмаған бәйләнештәр м‑н тоташҡан олигомер Ф.; полипептид сылбыры бер нисә функциональ тоташҡан Ф. әүҙем үҙәктәрен барлыҡҡа килтергән полифункциональ фермент ансамблдәрен айыралар. Ф. кластарын гидролаза, изомераза, лиаза, лигаза, оксидоредуктаза, трансферазаларға айырып йөрөтәләр. Ф. төрлө матдәләрҙе билдәләү һәм синтезлау, ген инженерияһы ысулдары м‑н нуклеин кислоталары молекулалары модификацияларын алыу өсөн, ҡайһы бер ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалауҙа, ш. уҡ фарм., еңел сәнәғәттә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендәҡулланыла. Башҡортостанда энзимология өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. алып үткәрелә. Биология институтында (Ф.Х.Хәзиев етәкс.) тупраҡтарҙың төрлө типтарының ферментатив әүҙемлеге, Биохимия һәм генетика институтында (И.В.Максимов, Е.А.Черепанова һ.б.) — бойҙайҙың фитопатоген бәшмәктәргәҡаршы тороусанлығын көйләүҙә Ф. (мәҫ., оксидоредуктазаларҙың) роле, Медицина университетында (Э.Ғ.Дәүләтов, Ф.Х.Камилов һ.б.) бешеү травмалары булғанда Ф. каталитик үҙенсәлектәре өйрәнелә.

Әҙәб.: Максимов И.В., Черепанова Е.А. Про‑/антиоксидантная система и устойчивость растений к патогенам // Успехи современной биологии. 2006. Т.126. №3.

О.Е.Мостафина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика