ФЕРИН Михаил Алексеевич (14.12.1907, Тверь губ. Торжок ҡ. – 29.7.1979, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1947). Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). РСФСР‑ҙың (1968) һәм БАССР‑ҙың (1958) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Мәскәү ҡорос ин‑тын тамамлаған (1935). 1924–31 йй. Вышний Волочёк, Бежецк һ.б. ҡалаларҙа эшләй. 1935 й. 26‑сы Рыбинск мотор з‑дының (Ярославль өлк.) инженеры, үҙәк лаб. начальнигы, баш металлургы. 1942 й. башлап ӨМЭЗ‑дә баш металлург, 1947–77 йй. директор. Ф. ҡатнашлығында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә авиамоторҙар клапандары өсөнэҫегә сыҙамлы яңы иретмә уйлап табыла һәм файҙаланыуға индерелә. Ф. етәкс. У‑5 комбайн  моторҙары етештереү 4 тапҡырға, етештереү күләме 23 тапҡырға арта; “Москвич‑412” автомобиле өсөн юғары механизацияланған һәм автоматлаштырылған двигателдәр етештереү ойошторола; авиация һәм ракета двигателдәренең 25 өлгөһө (РД‑10 алып Р29Б‑300 тиклем) етештереү үҙләштерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 3–9‑сы, РСФСР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1946, 1974). Ленин (1945, 1957, 1966, 1971, 1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1957, 1962), “Почёт Билдәһе” (1939) орд. м‑н бүләкләнгән. Ф. ӨМЭПБ‑ның административ бинаһына мемориаль таҡтаташ (1986), пр‑тие терр‑яһына һәйкәл (2010) ҡуйылған, уның исеме м‑н Өфөләге урам, 52‑се ПУ аталған; 1997 й. алып йыл һайын Ф. иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй бокс турниры үткәрелә. Ф. исемендәге йыл һайын бирелә торған премия булдырылған.

Илл.: М.А.Ферин

Д.Г.Күскилдин, Ю.А.Узиков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика