ФЕОФИЛАКТОВ Владимир Иванович (13.9.1937, Силәбе ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1994). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) “Академик В.П.Макеев исемендәге конструкторҙар бюроһы” Дәүләт ракета үҙәгендә эшләй: 1970 й. алып бүлек нач., 1986 й. – ген. конструктор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1988–2000 йй. Дәүләт ракета үҙәге эргәһендәге ӨДАТУ‑ның энергия ҡулайламалары каф. мөдире; 1998 й. башлап машиналар эшләү з‑дында: ғилми етәксе, 2003 й. – техник дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000–02 йй. “Конверсия‑ТЭК” ЯАЙ президенты (бөтәһе лә – Мейәс ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге осоу аппараттарының энергия ҡулайламаларын һәм системаларын проектлауға арналған. Ф. етәкс. диңгеҙҙә базаланыусы баллистик ракеталар өсөн көйләнеүсе двигатель ҡулайламалары, ракеталарҙың өрҙөрөү системалары өсөн түбән т‑ралы газогенераторҙар проектлауҙың нигеҙҙәре, нефтехимия ҡорамалдарының төрлө төрҙәре уйлап сығарылған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1971, 1978).

Хеҙм.: РДТТ с регулируемым модулем тяги. Миасс, 1994 (авторҙ.); Регулируемые твердотопливные двигательные установки. Уфа, 1996 (авторҙ.); Струйные гидравлические рулевые машины. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Э.Ғ.Ғимранов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Портрет: В.И.Феофилактов

Яндекс.Метрика