ФЕНОЛОГИЯ (гр. phainomenа — күренеш һәм ...логия), тәбиғәт миҙгелдәрендәге күренештәр, уларҙың башланыу ваҡыты һәм был ваҡытты билдәләгән сәбәптәр т‑дағы фән. Термин фәнгә Ш.Морран тарафынан индерелә (1853). Дөйөм, шәхси, фәнни, ғәмәли Ф.; йәнһеҙ тәбиғәт (метеорологик һәм гидрологик күренештәр), биофенология (фито-, зоофенология) һәм экологик Ф. айырыла. Ботаника, зоология, экология, метеорология, климатология, гидрология һ.б. м‑н бәйле. Ф. төп ысулы булып визуаль күҙәтеүҙәр тора.

Башҡортостанда Ф. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Рус география йәмғиәте тарафынан башлана. 19 б. аҙ. фенологик күҙәтеүҙәр м‑н Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте, 1886—1934 йй. ағалы‑ҡустылы Юрьевтар (фенологик календарь төҙөлә), 20 б. 50-се йй. башлап Е.В.Кучеров етәкс. Рус ботаника йәмғиәтенең Ф. комиссияһы (Башҡортостан тәбиғәте календары), Е.Н.Клобукова‑Алисова (баллы үҫемлектәр, сүсле үҫемлектәр тикшерелә) һ.б. шөғөлләнә. Фенологик күҙәтеүҙәр Башҡ‑н гидрометеорология һәм тирә‑яҡ мөхит мониторингы идаралығында, Ботаника баҡса‑институтында, Биология институтында, ҡурсаулыҡ һәм заказниктарҙа, Бөрө р‑нындағы “Берендей” дендрологик паркында һ.б. алып барыла. Күп йыллыҡ мәғлүмәттәр респ. геогр. атластарын, фенологик карталарын төҙөгәндә ҡулланыла (Р.Р.Исмәғилев, Кучеров, И.М.Япаров).

Әҙәб.: Записки Башкирского филиала Географического общества СССР. Материалы по фенологии Башкирии. Уфа, 1973. Вып.7.

Н.В.Маслова

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика