ФЕДУЛЕВ Иван Петрович, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казак. Яйыҡ казак ғәскәрендә (ҡара: Урал казак ғәскәре) хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1774 й. ғин. башында ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Төп ғәскәр составында Түб. Волга буйына тиклем барып еткән. И.А.Творогов, Ф.Ф.Чумаков м‑н берлектә Пугачёвҡа ҡаршы фетнә ойоштороп, 1774 й. 8 сент. Оло Үҙән й. янындағы лагерҙа уны ҡулға ала һәм Яйыҡ ҡаласығында хөкүмәт ғәскәрҙәренә тапшыра. Яйыҡ йәшерен комиссияһында, Сенаттың Мәскәүҙәге Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында булған. Пугачёв язалап үлтерелгәндән һуң язанан азат ителгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018