ФЁДОРОВКА УРТАМӘКТӘБЕ №1, Фёдоровка р‑нында урынлашҡан. 1875 й. сиркәү‑мәхәлләмәктәбе булараҡ асыла, 1907 й. алып земствомәктәбе, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1981 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Китапханаһы, компьютер класы, методика кабинеты, спорт залы, ағас эше оҫтаханаһы, интернаты, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Урта мәктәпте 7 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010).

К.Н.Морозов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика