ФЁДОРОВКА РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Стәрлебаш, көнсығышта — Мәләүез, көньяҡта — Көйөргәҙе р‑ндары, көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Стәрлебаш р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез р‑ндары составына инә. 1965 й. 29 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1693 км2. Адм. үҙәге — Фёдоровка а., Өфөнән көньяҡҡа 200 км һәм Мәләүез т. юл ст. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 37,5; 1959 — 28,2; 1989 — 19,7; 2002 —19,7. Милли составы (2002): татарҙар — 33,2%, урыҫтар — 22,6%, башҡорттар — 17,7%, сыуаштар — 12,2%, мордвалар — 11,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,6 кеше/км2. Районда 14 ауыл советы, 68 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Фёдоровка (4,1 мең кеше), Бала Сытырман (1,6 мең), Гончаровка (0,9 мең) ауылдары.

Ф.р. Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығы сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында Гавриловка ҡом‑ҡырсын материалдары ятҡылығы бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5–3,0°С, ғин. уртаса т‑ра –14,5°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 40,5°С, абс. миним. т‑ра ‑44°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500 мм, йылы осорҙа 300 мм. Гидрографик селтәрҙе Ашҡаҙар, Иҙәк, Һуҡайлы һ.б. йылғалар барлыҡҡа килтерә. Йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ, ҡараһыу һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Болонло далалар таралған, дала үләнле имән урманы осрай. Терр‑яның 11,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала һәм урман‑дала төрҙәренән тора. Район терр‑яһында Фёдоровка заказнигы ойошторолған.

2010 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 139,1 мең га (дөйөм майҙандың 82,3%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 84,1, сабынлыҡтар — 14,0, көтөүлектәр — 40,7; урмандар майҙаны — 19,4, ер өҫтө һыуҙары — 0,8. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [8 АХПК, 16 ЯСЙ, 136 крәҫтиән (фермер) хужалығы, ш. иҫ. “Оптимист”] иген культуралары, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында “Башҡорт ҡаҙы”, “Балыҡсылыҡ хужалығы” ААЙ‑лары, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Фёдоровка, Стәрлетамаҡ—Фёдоровка, Мәләүез—Фёдоровка автомобиль юлдары үтә. Көньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 28 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 9‑ы урта мәктәп, ш. иҫ. Фёдоровка урта мәктәбе №1, 24 мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы, балалар муз. мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 33 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 32 клуб учреждениеһы, 23 китапхана бар. 1 өлгөлө һәм 6 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Урыҫ, башҡ. һәм татар телдәрендә “Ашкадарские зори” гәз. сыға.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Карта: Фёдоровка районы

Яндекс.Метрика