БАЙМАҠ, БР‑ҙағы ҡала, Баймаҡ р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 489 км һәм Сибай т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 139 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 2,5; 1939 — 11,3; 1959 — 10,6; 1989 — 15,8; 2002 — 17,2; 2010 — 17,7. Милли составы (2002): башҡорттар — 69,8%, урыҫтар — 23,1%, татарҙар — 5,1%.

Б. “Баймакгазспецстрой” ЯАЙ, икмәк з‑ды, ит-консерва комб‑ты, ҡатнаш мал аҙығы з‑ды, “Башкиргеология” ААЙ экспедицияһы, ПМК һ.б. эшләй. Б. аша Сермән—Амангилде—Баймаҡ, Магнитогорск (Силәбе өлк.)—Ира автомобиль юлдары үтә.

Б. 2 ПУ, 5 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Баймаҡ урта мәктәбе №1), 2 лицей-интернат, 6 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы; мәҙәниәт һарайы, Баймаҡ башҡорт халыҡ театры, китапхана, Баймаҡ музейы, Баймаҡ йәмиғ мәсете бар. Ҡалала 8 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы, Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле эшләй. “Баймакский вестник”, “Һаҡмар” гәз. сыға. Ҡала исеме Ҡара диңгеҙ пароходсылығы теплоходына бирелгән.

1844—50 йй. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Буранбай (Аҫыл) а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Таналыҡ а. булараҡ нигеҙ һала. Башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. уртаһында Таналыҡ й. буйында Ҡананикольск заводы һәм Преображенск заводының мәғдән базаһы булараҡ Таналыҡ-Баймаҡ (икенсе исеме улус старшинаһы Баймаҡ Бикбулатов исеменән) исеме м‑н нигеҙләнгән. Башҡорт ихтилалы (1755—56) ваҡытында яндырыла, 1850 й. Бөрйән улусы Буранбай (Аҫыл) а. кешеләре тарафынан тергеҙелә. 1866 й. ауыл Таналыҡ (Баймаҡ) исеме м‑н теркәлгән, 23 йортта 131 кеше йәшәгән, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. 70‑се йй. бында һибелмә алтын ятҡылыҡтары эшкәртелә башлағас (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискылары), урыҫтар күсеп ултырған. 1900 й. Таналыҡ исеме м‑н иҫәпкә алынған (31 йортта 172 кеше). Мәсет, урыҫ-башҡ. мәктәбе булған. Йәрминкәләр үткәрелгән.

1912 й. ауыл эргәһендә Таналыҡ-Баймаҡ заводы төҙөлгән. 1920 й. Таналыҡ һәм Баймаҡ аа. теркәлгән, улар 1925—30 йй. бер Баймаҡ а. ҡушылған. 1928 й. алып эшселәр ҡасабаһы, 1930 й. — Баймаҡ-Таналыҡ р‑нының, 1933 й. — Баймаҡ р‑нының адм. үҙәге. 1938 й. хәҙ. статусын ала; Б. эсенә Әбделмөьмин а. ингән. Ҡалала 10‑ға яҡын мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан: ҡала дауаханаһы бинаһы (19 б. аҙ. төҙөлгән), сауҙагәр Кабанов йорто (1908—13), Баймаҡ з‑ды корпусы (1913), М.Фәйзигә (1958 й. ҡуйылған), Таналыҡ-Баймаҡ эшсе депутаттары советының беренсе рәйесе Л.А.Азановҡа (1968), Ш.Ә.Хоҙайбирҙинға (1975) һәйкәлдәр һ.б.

Әҙәб.: Уметбаев Р.Г. Баймакский медьзавод на перекрёстках истории. Уфа, 1995; Узиков Ю.А. Сказание о земле Баймакской (докум. повествование об истории и людях). Уфа, 1998.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Карта г.Баймак

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика