ТУЛИН Сергей Заһит улы (1992 й. тиклем Ғиззәтуллин Риф З.; 11.9.1957, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Кесе Гәйнә а.), десантсы, ген.‑майор (2001). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Юридик ф. канд. (2009). Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан (1994—95). Рязань юғары һауа-десант команда уч‑щеһын (1980), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1990), РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (2000; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1976 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. башлап Рәсәй армияһында. 1990 й. алып Белоруссия хәрби округының айырым десант-штурмлау бригадаһы ком. урынбаҫары (Брест ҡ.), 1992 й. башлап БМО‑ның Югославиялағы 554‑се айырым пехота батальоны штабы начальнигы. Герой исеменә 76‑сы гвардия һауа-десант див. 104‑се гвардия парашют-десант полкы ком. полк. Т. 1994—95 йй. Төньяҡ Кавказдағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1997—98 йй. РФ Оборона министрлығының Халыҡ-ара хәрби хеҙмәттәшлек баш идаралығы өлкән офицеры (Мәскәү). 2000 й. алып 205‑се айырым мотоуҡсылар бригадаһы ком., 2002 й. башлап Рязань өлк. хәрби комиссары. 2007 й. алып отставкала. “Хәрби-сәнәғәт компанияһы” ЯСЙ‑нда (Мәскәү) ген. дир. урынбаҫары булып эшләй. Батырлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1995).

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин