“БАЙМАКСКИЙ ВЕСТНИК” (“Баймаҡ хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Баймаҡ ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. “Ҡыҙыл Баймаҡ” булараҡ башҡ. телендә нәшер ителә башлай. 1955 й. “Баймакский рабочий” гәз. [“Баймаҡ эшсеһе”; урыҫ телендә нәшер ителә; 1936—37 йй. “За цветные металлы” (“Төҫлө металл өсөн”)] м‑н берләшкәндән һуң — урыҫ һәм башҡ. телдәрендә “Знамя коммунизма” һәм “Коммунизм байрағы”, 1965 й. алып “Октябрьское знамя” һәм “Октябрь байрағы” исемдәре м‑н сыға, 2000 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1962—64 йй. нәшер ителмәй.

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика