ФЁДОРОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 69 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 851 кеше; 1917 – 1689; 1959 – 425; 1989 – 420; 2002 – 503 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Ватан” ЯСЙ‑нда, “Луч” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә күскенсе крәҫтиәндәр Фёдоровский утары булараҡ нигеҙ һалған. Фёдор Никитин (ҡуртымсыларҙың ышаныслы кешеһе) исеме м‑н аталған. 1891 й. 33 йортта 237 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башында ауылда улус идараһы урынлашҡан. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә һәм хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Ташлы археологик комплексы табылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика