ФЁДОРОВКА, ауыл, Фёдоровка р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Фёдоровка а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 200 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында, Стәрлетамаҡ—Стәрлебаш—Фёдоровка, Мәләүез—Фёдоровка, Стәрлетамаҡ—Фёдоровка автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,4; 1920 — 3,1; 1939 — 3,0; 1959 — 2,5; 1989 — 3,8; 2002 — 4,1; 2010 — 4,3. Урыҫтар, татарҙар, мордвалар йәшәй (2002). Һөт з‑ды, урман хужалығы эшләй. 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Фёдоровка урта мәктәбе №1), балалар сәнғәт мәктәбе, балалар баҡсаһы, ДЮСШ, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (урыҫ халыҡ йыры хоры), мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә мордва крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Бер туған Алексей һәм Дмитрий Фёдоровтарҙың фамилияһы м-н аталған, тип фараз ителә. 1795 й. 169 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 243 йортта — 1602 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, сауҙа, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 училище, 3 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. бакалея, шарап һәм 2 һыра кибете, 4 тимерлек, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 1920 й. Ф. (1‑се, 2‑се, 3‑сө) булараҡ иҫәпкә алынған. Н.А.Асабин, В.И.Максимочкин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Текст на русском языке