ФЁДОРОВ Сергей Владимирович (12.6.1968, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) 1994 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1997 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре эндокрин ауырыуҙар һәм ҡан тамыры ауырыуҙары (аяҡ тамырҙарының диабетик ангионейропатияһы, тамырҙарҙың окклюзив зарарланыуы) этиологияһына һ.б. арналған. Ф. ҡатнашлығында рефлюкс‑эзофагитты, гастродуоденаль сей яраларҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау, ағыулы диффуз боғаҡ м‑н ауырыусыларҙың операциянан һуңғы гипотиреозын иҫкәртеү һәм дауалау, артерияларҙы тергеҙеү өсөн биопротез алыу ысулдары, нейроселтәр технологияларын ҡулланып ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын диагностикалауҙың интеллектуаль системаһы эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сравнительная характеристика венозных сосудов почек человека по данным рентгеноангиографии и компьютерно‑томографического исследования //Морфология. 2017. №4 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина