ФЁДОРОВ Николай Иванович (3.6. 1958, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1983), 1975 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй. 1976—79 йй. Башҡортостан терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы геол. экспедицияһында. 1985 й. алып Өфө Биология ин‑тында: 1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре алкалоидтар нигеҙендә яңы һәм билдәле булған мед. препараттарын етештереү өсөн ресурс базаһын, ш. иҫ. антиритмик препараттар алыу өсөн сеймал сығанаҡтарын киңәйтеүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Род Delphinium L. на Южном Урале: экология, популяционная структура и биохимические особенности. Уфа, 2003; Биологические ресурсы Южного Урала: фундаментальные основы рационального использования. Уфа, 2009 (авторҙ.); Методологические основы оптимизации ресурсного использования лекарственной флоры Южного Урала, М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018