ФЕДЕРАТИВ КИЛЕШЕҮ Рәсәй Федерацияһы федераль дәүләт органдары һәм Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы республикалар власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында һәм уға Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымта, 1992 й. 31 мартында ҡул ҡуйылған. 1993 й. Ф.к. төп положениелары РФ Конституцияһына һәм БР Конституцияһына индерелә. Преамбуланан һәм 8 статьянан тора. Федератив дәүләт составында, ҡайҙа йәшәүенә һәм ниндәй милләт кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, кеше һәм граждандар хоҡуҡтарының өҫтөнлөгө, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы т‑да положениелар нығытылған. Дәүләт власының федераль органдары м‑н дәүләт власының респ. органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе билдәләй, бергәләп идара итеү даирәләрен билдәләй, республикаларҙың үҙ терр‑яһында дәүләт власын тулы кимәлдә таный (1—3‑сө статья). Дәүләт власының федераль органдары һәм дәүләт власының респ. органдары араһында вәкәләттәрҙе ҡайтанан бүлешеү мөмкинлеген бирә (4‑се статья); вәкәләт сиктәрендә РФ власть органдары һәм респ. власть органдары тарафынан бирелгән юридик документтарҙың законлы булыуын таный (5‑се статья); РФ һәм респ. дәүләт власы органдары араһында бәхәстәрҙе хәл итеү тәртибен билдәләй (6‑сы статья); Ф.к. теркәлгән вәкәләттәрҙе һәм хакимиәт даирәһен бер яҡлы үҙгәртеүҙе тыя (7‑се статья). Ф.к. БР төҙөгән Ҡушымтала үҙ терр‑яһында ер, ер аҫты байлыҡтары һ.б. тәбиғәт ресурстарын биләү, файҙаланыу һәм идара итеүҙе хоҡуҡи көйләүҙә респ. юридик хоҡуғын; Ф.к. ярашлы Рәсәй Федерацияһына ирекле тапшырылған хоҡуҡтарҙан тыш, респ. халыҡ-ара бәйләнештәрҙә һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙәүҙ аллы ҡатнашыу хоҡуғын нығыта. Ҡабул ителгән закондар һәм федераль органдар м‑н өҫтәмә килешеүҙәргә ярашлы һалым һалыу һәм ҡаҙнаға йыйымдарҙың дөйөм принциптарын билдәләргә, хоҡуҡи көйләү өсөн (РФ дәүләт органдарына ирекле тапшырылған мәсьәләләрҙән тыш) закон сығарыу һәм суд системалары, прокуратура, адвокатура, нотариат ойошторорға мөмкинлек бирә; шул турала килешелгән положениелар б‑са өҫтәмә Килешеүгә ҡул ҡуйыу зарурлығын таный (ҡара: “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләүһәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында”).

З.И.Йәнекәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика