БАЙҠЫ‑ЮНЫС, Рәкәй, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡы-Юныс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 823 кеше; 1920 — 1075; 1939 — 811; 1959 — 702; 1989 — 566; 2002 — 556; 2010 — 411 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Юныс Дуҫмәмәтов исеме м‑н аталған, икенсе атамаһы уның улы Рәкәй исеме м‑н бәйле. Шулай уҡ Әрәкәй(ле) исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 85 йортта 540 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1832 й. төҙөлгән), училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете теркәлгән. З.К.Ғәлиәскәров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика