ФАЯГӨЛ (Polemonium), фаягөл һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, ш. уҡ Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда зәңгәр Ф. үҫә. Тарбаҡланмаусы ҡыҫҡа йыуан тамырһабаҡлы һәм күп һанлы оҙон нескә тамырҙары булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы, өҫкө өлөшөндә биҙле‑төклө, бейеклеге 40–120 см. Япрағы сиратлы, аҫҡыһы оҙон һаплы, өҫкөһө – ултырма, ишһеҙ, уларҙың өлөштәре оҙонса ланцет формаһында, осло. Сәскәләре ҡуйы зәңгәр, һирәк осраҡта аҡ төҫтә, тажы тәгәрмәс‑ҡыңғырау формаһында. Сәскәлеге – ҡалҡан рәүешле һепертке. Июнь–июлдә сәскә ата. Емеше – 3 ҡапҡаслы ҡумта, авг.–сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, дымлы болондарҙа, урман аҡландарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Составында сапониндар, флавоноидтар бар, медицинала ҡулланыла. Декоративүҫемлек, баллы үҫемлек.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика