ФАЯГӨЛ ҺЫМАҠТАР (Polemoniaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 130‑ҙан ашыу заты, 300‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, бер нисә заты Евразияның тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Бер һәм күп йыллыҡ үләндәр. Башҡортостанда нескә колломия (бер йыллыҡ), фаягөл һәм Себер флоксы (күп йыллыҡтар) үҫә. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы. Япраҡтары ябай, бөтөн, киртләсле, бармаҡса йәки ҡауырһын һымаҡ теленмә, ғәҙәттә сиратлы, һаплы, ҡайһы бер төрҙәрҙә аҫҡылары ҡапма‑ҡаршы, еңсә формаһында. Сәскәләре күк, зәңгәр, һирәгерәк аҡ төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, яңғыҙар йәки ҡалҡан рәүешле, баш һымаҡ сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Каса япраҡсаһы 5 бүлемле, таж япраҡсаһы ҡушылып үҫкән, тәгәрмәс, буранка йәки сөй формаһында. Һеркәстәре 5, таж көпшәһенән сығып тора; емешлеге — 1, емшәне өҫкө, ултырма, 3 оялы. Башлыса бөжәктәр (күбәләк, себен, яры ҡанатлылар) һеркәләндерә. Емеше — күп орлоҡло 3 оялы ҡумта. Орлоҡтарын ел, хайуандар (экзохор) тарата, ҡайһы бер төрҙәрҙә орлоҡтары ҡумта асылғанда һибелә (автохор). Фаягөл урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында, һыу ятҡылыҡтары ярҙары буйлап, нескә колломия (Төньяҡ Американан килгән адвентив үҫемлек) ҡалдауҙарҙа, сүпле урындарҙа үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән реликт Себер флоксы һирәкләп ташлы битләүҙәрҙә һәм ҡоро болондарҙа башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Декоратив үҫемлектәр. Фаягөл — дарыу үҫемлеге.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.