ФӘХРЕТДИНОВ Иҙрис Әкрәм улы (1.1.1947, БАССР-ҙың Баҡалы р‑ны Ҡыҙыл Бүләк ҡсб), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1972—73 йй. Химия ин‑тында өлкән инженер, 1977 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДУ‑ла эшләй. 1998—2014 йй. БДПУ‑ла дөйөм физика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡ хәл физикаһына арналған. Ф. тарафынан термодинамик параметрҙар үҙгәргәндә шыйыҡсаларҙың һәм шыйыҡ ҡатышмаларҙың йылылыҡ физикаһы үҙенсәлектәре тикшерелгән, шыйыҡса—пар һәм шыйыҡса—шыйыҡса һ.б. фаза күсеүҙәре ваҡытында метастабиль хәлдәге бинар ҡатышмаларҙың тотороҡлолоғо критерийҙары тәҡдим ителгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Вывод интегральных уравнений для радиальных функций распределения многокомпонентных смесей на основе масштабного преобразования фазового пространства // Теоретическая и математическая физика. 1997. Т.111. №3 (авторҙ.); Об уравнении состояния Тейта для жидких смесей // Теплофизика высоких температур. 2004. Т.42. №3 (авторҙ.).

М.Ә.Фәтихов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018