БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ, беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. М.М.Алиев тарафынан венд ултырмаларында айырып күрһәтелә (1977). Аҫтына түшәлгән архей-урта протерозой һәм рифей ҡатламдарына ҡарата япма булып тора. Көньяҡ Урал яны буйлап һуҙыла, Башҡортостандың үҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ өлөштәрен һәм Ырымбур өлк. төньяҡ өлөшөн үҙ эсенә ала. Төньяҡта — Камбар-Яныбай биләне, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе һәм Стәрлетамаҡ структуралы суҡағы м‑н сиктәш; көнбайыш сиге вендтың ҡайыр һәм шкапов сериялары ҡомло‑балсыҡлы ултырмаларының юҡҡа сыҡҡан һыҙығы м‑н билдәләнә, көнсығышта Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүе м‑н сиктәш (ҡара: Тектоника). Б.‑Ҡ.у. киң һөҙәк борттары һәм венд ҡатламдарының ҡалынлығы 1100—1400 м еткән сағыштырмаса бәләкәй майҙанлы үҙәк өлөшө бар. Венд осоро аҙағына өҫтө йырғыланған була.

Әҙәб.: Геология и нефтегазоносность рифейских и вендских отложений Волго-Уральской провинции. М., 1977.

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика