ФАУНА (лат. Fauna — урман һәм баҫыуҙар алиһәһе, рим мифол. хайуандарҙы ҡурсалаусы), билдәле бер терр‑яла йәшәүсе хайуан төрҙәренең тарихи яҡтан нығынған йыйылмаһы. Төрлө фауна комплекстарынан (тундра, тайга, урман һ.б.), ш. иҫ. ареалдары оҡшаш булған хайуан төрҙәренән барлыҡҡа килә. Билдәле бер терр‑яның Ф. формалашыуы рельеф, климат, физик‑геогр. шарттарға (тау теҙемдәре, сүллектәр һ.б.) бәйле. Ф. автохтон (өйрәнелгән терр‑я эсендә барлыҡҡа килгән), аллохтон (төбәккә башҡа ерҙәрҙән килеп эләккән), иммигрант (яңы килеп эләккән) төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Ф. терминын ш. уҡ төрлө систематик категорияларға ҡараған хайуандарға (имеҙеүселәр Ф. — териофауна, ҡоштар Ф. — орнитофауна һ.б.); йәшәү урыны һәм йәшәү рәүеше дөйөмлөлөгө м‑н берләшкән хайуандар комплексына (мәҫ., тау, урман фаунаһы һ.б.); хужалыҡ әһәмиәтенә эйә булған (а. х. ҡоротҡостары Ф., паразиттар фаунаһы һ.б.); адм. терр‑яға (Рәсәй Ф., Башҡортостан фаунаһы һ.б.); геол. осорға (дүртенсел осор, кембрий, аҡбур осоро фаунаһы һ.б.) ҡарата ҡулланалар. Башҡортостан Ф. 18 меңдән ашыу хайуан төрө: иң ябайҙар — яҡынса 120 (ш. иҫ. саркомастигофорҙар — 50‑нән ашыу, споровиктар — 23, книдоспоридиялар — 7, микроспоридиялар — 1, инфузориялар — 50‑нән ашыу), болоттар — 3, эсәкҡыуышлылар — 2, яҫы ҡорттар, йомро һәм сәнскебаш селәүсендәр —  1000‑дән ашыу, балдаҡлы селәүсендәр — 34, бүздәктәр — 2, ҡыҫала һымаҡтар — 130‑ҙан ашыу, үрмәксе һымаҡтар — 100‑ҙән ашыу, ҡырғаяҡтар — 15, бөжәктәр — яҡынса 17 мең, балыҡтар — 40, ер‑һыу хайуандары — 10, һөйрәлеүселәр — 10, ҡоштар — 300‑ҙән ашыу, имеҙеүселәр — 83 инә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына имеҙеүселәр (18 төр), ҡоштар (49), балыҡтар (7), ер‑һыу хайуандары (3), рептилиялар (6), умыртҡаһыҙҙар (29, ш. иҫ. 27 төр бөжәк) индерелгән. Айырым иғтибарға мохтаж булған хайуандар донъяһы объекттары исемлегенә 7 төр, ш. иҫ. 23 — бөжәк, 5 — балыҡ, 1‑әр — ер‑һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр, 34 — ҡош, 7 — имеҙеүсе ингән. Башҡортостан терр‑яһында Ф. төрҙәрен асыҡлау б‑са эштәргә Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусылар башланғыс һала. Ф. өйрәнеү, һөҙөмтәләре М.Ғ.Баянов тарафынан “Башҡортостанда зоологик тикшеренеүҙәр” (“Зоологические исследования в Башкирии”; Уфа, 1997) китабында тасуирланған, зоология б‑са тикшеренеүҙәр комплексына ингән. 20 б. аҙ. алып Ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр БДУ‑ла (Баянов, Р.Ф.Биккенин, В.Г.Боев, В.А.Валуев, И.П.Дьяченко, В.А.Книсс, Ә.Ф.Мәмәтов, Р.К.Степанова һ.б.), Геол. ин‑тында (А.Г.Яковлев, В.Л.Яхимович һ.б.), БДПУ‑ла (М.Ғ.Миһранов) алып барыла.

Әҙәб.: Ильичёв В.Д., Фомин В.Е. Орнитофауна и изменение среды (на примере Южно‑Уральского региона). М., 1988; Животный мир Башкортостана. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 1995.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика