ФӘТИХОВ Миңлехан Әбүҙәр улы (9.6.1953, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Ҡушҡаран ҡсб), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1997), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 2002 й. алып БДПУ‑ла (2010 й. башлап дөйөм һәм теоретик физика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы системаларҙың йылылыҡ физикаһына һәм гидродинамикаға арналған. Ф. тарафынан электромагнит, гидродинамик тәьҫирҙәрҙең һ.б. ҡатламға һәм ҡатлам эсендәге яныуға йоғонтоһон берләштереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән; юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырҙарының күҙәнәкле мөхиткә тәьҫире, газогидрат һәм парафин пробкалары булған скважиналарҙа һәм үткәргес торбаларҙа т‑раның таралыуы тикшерелгән; электромагнит ҡырҙарының нефть һәм газды сығарыу, әҙерләү, күсереү процестарына тәьҫир итеү ысулдары табылған һәм ғәмәлгә индерелгән. 380‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Особенности нагрева и плавления парафина в коаксиальной системе под воздействием высокочастотного электромагнитного излучения // Теплофизика высоких температур. 2002. Т.40. №5; Математическое моделирование процесса воздействия соляной кислоты на нагрев карбонатосодержащего нефтяного пласт в высокочастотном электромагнитном поле // Шул уҡ. 2010. Т.48. №5 (авторҙ).

И.Ә.Фәхретдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.