ФӘТТӘХОВ Рафаэль Вәлиәхмәт улы (6.1.1949, ТАССР‑ҙың Үрге Каменка а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1993). Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) һәм 1979 й. алып шунда уҡ эшләй. 1973–79 йй., 1983–97 йй. һәм 2004 й. башлап Мәскәүҙә: 1976–78 йй. – мәктәптәрҙә, 1983 й. алып Етәксе хеҙм‑рҙәр һәм белгестәр квалификацияһын күтәреү ин‑тында, 1988 й. – Үҙәк иҡт.‑матем. ин‑тында эшләй (1994 й. алып лаб. мөдире); 2004 й. “Етештереү көстәрен өйрәнеү советы” дәүләт ғилми‑тикшеренеү учреждениеһы рәйесе урынбаҫары, 2007 й. — Рәсәй ҡала төҙөлөшө һәм инвестицион үҫеш ин‑тының фән б‑са дир., 2009 й. – Терр. планлаштырыу һәм терр‑яларҙың стратегик үҫеше департаменты дир. урынбаҫары, 2010 й. – Иҡт. һәм кризисҡа ҡаршы идара итеү ин‑тының фәнни эштәр б‑са проректоры, 2014—15 йй. Макрокөйләү һәм төбәк үҫеше департаментының Төбәк иҡтисады һәм бюджет‑ара мөнәсәбәттәр үҙәге директоры. 1997 й. алып Өфөлә: РФА Өфө ФҮ‑нең Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 1999 й. башлап ӨДНТУ‑ның төбәк иҡтисады каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре иҡт.‑матем. моделдәр төҙөүгә, төбәк иҡтисадына, инвестицион һәм финанс анализға арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Крупномасштабные инвестиционные проекты: моделирование и экономическая оценка. М., 2003 (авторҙ.); Информационное обеспечение управления и контроля. М., 2008 (авторҙ.).

 М.Ғоталов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина