ФӘТТӘХОВ Мөхәрәм Миңлеяр улы (8.8.1956, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (2002 й. алып автомобиль юлдары һәм төҙөлөш производствоһы технологиялары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы объекттарҙы төҙөүҙе геодезик яҡтан тәьмин итеү һәм уларҙы файҙаланыу проблемларына арналған. Т. тарафынан нефть‑газ тармағындағы үткәргес торба системаларын ерҙе ҡаҙымайынса тергеҙеү ысулдары уйлап сығарылған һәм камиллаштырылған. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Бестраншейные технологии восстановления и сооружения трубоповодов. Уфа, 2005 (авторҙ.); Трубопроводные системы из труб на основе полимерных материалов: строительство, эксплуатация, реконструкция, ремонт. М., 2007 (авторҙ.); Элементы дорожной геометрии. Уфа, 2007.

А.И.Ғәбитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика