БАЙҠЫБАШ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың төньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Ҡариҙел, көньяҡта — Нуриман, Благовещен, көнбайышта Мишкә һәм Балтас р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында ойошторолған (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Ҡариҙел р‑ны составына индерелгән. Майҙаны — 1412 км2. Район үҙәге — Байҡыбаш ауылы. Районда 16 ауыл советы, 100 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 33,6 мең кеше (1939), күпселек башҡорттар, татарҙар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы, сусҡаүрсетеүгә, иген культуралары һәм картуф үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 15 колхоз, 2 ағас эшкәртеү хужалығы, 2 МТС, райместпромкомб‑т, спирт заводы, 65 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт һарайы, 12 клуб учреждениеһы, китапхана булған. “Ленинче” (ҡара: “Караидель”) гәз. сыҡҡан.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика