ФӘТТӘХОВ Ҡасим Камал улы (21.1.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Мушты а., хәҙ. БР‑ҙың Краснокама р‑ны Яңы Мошто а. – 5.5.1981, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Уртауыл а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре. Б. В. һуғышында һәм совет‑япон һуғышында (1945) ҡатнашыусы. 1938 й. алып Краснокама р‑нында: Йәнйегет МТС‑ы тракторсыһы, трактор бригадаһы бригадиры, механигы, 1956 й. – Касёв РТС‑ының баш инженеры, 1957 й. – дир., 1960 й. – “Сельхозтехника” район берекмәһе идарасыһы, 1962 й. башлап “Маяҡ”, 1967–81 йй. “Красный Октябрь” к‑зы рәйесе. Ф. етәкс. “Красный Октябрь” к‑зы юғары рентабелле хужалыҡҡа әйләнә, иген культураларының уңышы 23,8 ц/га етә (1978). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), “Почёт Билдәһе” (1973), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика