ТУЙМАЗЫ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы, Туймазы р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында, Башҡортостандың Урал алды көнбайышында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 42,4 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 8,3; 1959 — 23,4; 1989 — 58,4; 2002 — 66,7; 2010 — 66,8; 2015 — 68,2. Милли составы (2010): татарҙар— 44,6%, урыҫтар— 25,9%, башҡорттар— 23%.

Ҡаланың иҡт. нигеҙе — яғыулыҡ сәнәғәте, нефть сығарыу сәнәғәте, машиналар эшләү. Нефтехимия сәнәғәте, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте үҫешкән. Т. “Газ‑Сервис” ААЙ‑ның “Туймазыгаз” филиалы, Туймазы газ эшкәртеү заводы, “Туймазытехуглерод”, “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш”, Туймазы автобетоновоздар заводы, 2 мебель ф‑каһы, “Стройкерамика” ААЙ, “Туймазы кирбесе” ЯАЙ, “Железобетон” ЯСЙ, Туймазы геофизика йыһаздары һәм аппараттары заводы, “Басэт”, Туймазы ҡағыҙ фабрикаһы (2005 й. тиклем), Туймазы медицина быялаһы з‑ды (ҡара: “Туймазыстекло”), “Туймазыфарфоры”, Туймазы икмәк комбинаты (икеһе лә — 2006 й. тиклем), “Туймазытекс”, Туймазы ит комбинаты (икеһе лә — 2008 й. тиклем), “САВА”, Туймазыһөтзаводы, “РаушБиер”, Туймазы элеваторы, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Т. аша Куйбышев т. юлы [Бөгөлмә (ТР)—Шишмә участкаһы], Туймазы—Октябрьский т. юл тармағы, Һамар—Өфө—Силәбе, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы, Туймазы—Дүртөйлө, Туймазы—Шаран, Туймазы—Урыссу (ТР) автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.

Ҡалала Авиация техник университеты, Башҡ. иҡт.-юридик техникумы, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы филиалдары, Туймазы индустриаль техникумы, Туймазы медицина колледжы, Туймазы педагогия колледжы, Туймазы юридик колледжы, һөнәрселек лицейы, 11 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 10‑һы урта мәктәп, ш. иҫ. Туймазы урта мәктәбе 1; гимназия, мәктәп‑интернат; 21 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы, балалар һауыҡтырыу-уҡытыу туризмы үҙәге, ДЮСШ, “Олимпиец” спорт‑һауыҡтырыу комплексы, 2 спорт комплексы (Серафимов, Собханғол аа.), “Уралтехнострой—Туймазыхиммаш” ААЙ‑ның “Ҡандракүл” тау саңғыһы комплексы; үҙәк район һәм балалар дауаханалары, психоневрология һәм наркология диспансерҙары; Туймазы татар драма театры, мәҙәниәт һарайы, 8 китапхана, Туймазы музейы бар. 6 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә “Туймазинскийвестник” гәз. сыға. Ҡалаға 1910—12 йй. Сембер — Өфө т. юлын төҙөгән ваҡытта Туймазы т. юл станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, Туймазы нефть ятҡылығын разведкалау һәм үҙләштереүгә бәйле үҫешә, 1937 й. алып эшселәр ҡасабаһы, 1960 й. хәҙ. статусын ала.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова  

 

 

Илл.: Карта