ФӘТҠУЛЛИН Фәрит Миңнула улы [27.9.1949, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Ҡорманай а. (БР‑ҙың Ауырғазы р-ны)], журналист. БР‑ҙың (1998) һәм ТР‑ҙың (2014) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1975). БДУ‑ны тамамлаған (1979). 1971 й. алып “Путь Родины” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1975 й. — “Ҡыҙыл таң” гәз. (1992—94 йй. һәм 2006 й. башлап баш мөхәррир урынбаҫары) хеҙм‑ре. Әҙәбиәт һәм сәнғәт, крайҙы өйрәнеү, билдәле шәхестәр т‑дағы мәҡәләләр, ш. уҡ “Йырла, ҡошом” (1999), “Һуҡмаҡтағы тал” (2008; икеһе лә — татар телендә) һ.б. китаптар авторы. Ғәлимйән Ибраһимов (1996), Ш.Хоҙайбирҙин (2000), М. Ғафури (2008) ис. пр. лауреаты.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев