ФӘТҠУЛЛИН Әнүәр Әсәҙулла улы (5.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а., — 21.12.1986, Луцк ҡ.), лётчик, полковник (1973). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942) һәм Юғары офицерҙар осоу-тактика курстарын (1950) тамамалаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. окт. башлап Калинин, Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се һауа армияһы 8‑се авиация див. 140‑сы гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья ком. урынбаҫары өлкән лейт. Ф. 148 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973), Луцк ҡ. эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 1‑се (1944) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ҡыҙыл йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ф. һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Фото: Ә.Әәтҡуллин

Яндекс.Метрика