ФАСЦИОЛЁЗ, кеше һәм хайуандарҙың башлыса гепатобилиар системаһын һәм эсәктәрен зарарлай торған паразитар ауырыу. Тыуҙырыусылары: Fasciola hepatica (бауыр имгесе) һәм Fasciola gigantica һ.б. трематодтары. Тыуҙырыусының сығанағы — тышҡы мөхиткә паразит йомортҡаларын бүлеп сығарыусы ауырыу хайуандар (ваҡ мал, һыйыр малы, ҡоралай, ҡуяндар, нутрия, ҡабандар, һирәгерәк сусҡалар, аттар) һәм кеше.Ваҡытлы хужаның организмында — моллюскыла (кесе быуа ҡусҡары) — ҡарышлауыҡ тышҡы мөхиткә яңынан сығыу өсөн үҫә. Кеше һәм хайуандарға алиментар юл аша үҫемлектәрҙәге һәм һыуҙағы фасциола яралғылары булған ҡыуыҡтарҙы һыу м‑н бергә йотҡанда йоға (аҡмай торған һыу ятҡылыҡтары, көтөүлектәр). Хайуандар һәм кеше эсәктәрендә ҡыуыҡтарынан сыҡҡан фасциола яралғылары эсәктәрҙең стенкаһы аша ҡорһаҡ ҡыуышлығына сыға, ҡан ағымы м‑н бауырға, һуңынан үт юлдарына эләгә, унда бер урынға тупланып, тулыша һәм бауырҙың шешеүенә, эске ағзаларҙың функциялары боҙолоуына булышлыҡ итә, организмдың дөйөм ағыуланыуын, аллергияһын барлыҡҡа килтерә.

Кеше Ф. Ф.киҫкен һәм хроник фазаларын айыралар. Инкубация осоро 1—8 аҙна тәшкил итә. Төп билдәләре: тән т‑раһы күтәрелеү, уҡшыу, ҡайһы берҙә ҡоҫоу, тәндең һәм лайлалы тиресәләрҙең һары төҫкә инеүе, уң ҡабырға аҫтында өйәнәккә оҡшаш ауыртыу, бауырҙың һәм талаҡтың ҙурайыуы; ауырыу хроник үткәндә был билдәләр ныҡ һиҙелмәй. Диагностика өсөн иммунологик, серологик тикшереү ысулдары, паразит йомортҡалары булыу‑булмауына бөйән эсәгендәге бушандыҡҡа һәм тиҙәккә анализ ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, диетотерапия, резонанс‑йышлыҡлы терапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: абсцесс, эренле холецистит,холангит һәм бауыр циррозы. Иҫкәртеү: халыҡтың санитар‑гигиена мәҙәниәтен күтәреү һ.б. Медицина университетында 20 б. 90‑сы йй. Ф. м‑н ауырығандарҙың катаболик һәм анаболик процестары өйрәнелә (Д.Ә.Йәнекәев).

Хайуандар Ф. Был ауырыуға бигерәк тә һарыҡтар, кәзәләр һәм һыйыр малы бирешеүсән. Төп билдәләре: төшөнкөлөк, күҙ тиресәһенең ағарыуы йәки һарыланыуы, тән т‑раһының 41,5°Стиклем күтәрелеүе, эс китеү, тын ҡыҫылыу һ.б.; ауыл хужалығы малдарының продуктлылығы кәмей. Диагностика патологоанатомик, клиник, лаб., эпизоотологик һ.б. тикшереүҙәргә нигеҙләнгән. Дауалау медикаментоз (антгельминтиктар). Иҫкәртеү: көтөүлектәрҙе гельминтологик баһалау, карантин, моллюскылар һанын сикләү, профилактик гельминтһыҙландырыу, көтөүлектәрҙе алмаштырып тороу һ.б. Башҡортостанда 2008 й. һыйыр малы араһында Ф. м‑н зарарланыуҙың 2066 осрағы теркәлгән. 20 б. 50—60‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында тыуҙырыусының һәм ваҡытлы хужаның биол. мәсьәләләре, республикала гельминтоздың таралышы, малдарҙы гельминтһыҙландырыу ысулдары (Х.В.Әйүпов һ.б.), 70—90‑сы йй. Аграр университетта матдәләр алмашыныу үҙенсәнлектәре, хайуандарҙы иммуностимуляциялау ысулдары, Ф. иҫкәртеү һ.б. өйрәнелә (Х.Ғ.Нурхәмитов, Р.Ғ.Фазлыев, Әйүпов һ.б.).

Әҙәб.: Нурхаметов  Х.Г., Еникеев  Д.А. Фасциолёз животных и человека (интенсивность катаболических и анаболических процессов). Уфа, 1997.

Д.Ә.Вәлишин, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика