БАЙҠЫБАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡыбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 87 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1916 кеше; 1920 — 2088; 1939 — 1743; 1959 — 1901; 1989 — 1356; 2002 — 1297; 2010 — 1133 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1762 й. һәм 1788 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1662 й.) керҙәшлек килешеүҙәре б‑са яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 168 йортта 1230 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 12 сауҙа кибете булған, улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 мәсет, земство мәктәбе, 2 тимерлек, бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 1937—63 йй. — Байҡыбаш районының адм. үҙәге. П.Г.Корочкин, В.Ә.Шәймиев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика