ФАСОЛЬ (Phaseolus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу (культурала яҡынса 20) төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Европала, Көньяҡ һәм Көньяҡ‑Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда ябай Ф. үҫтерелә, уның әрсеү (орлоҡ алыу өсөн үҫтерәләр) һәм шәкәр (бешеп етмәгән ҡуҙаҡ) сорттары айырыла. Бер йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Ҡыуаҡлы, ярым ҡыуаҡлы һәм үрмәле формалары бар. Һабағының бейеклеге 20—50 см. Япрағы йәшел йәки антоциан төҫмөрлө, тәүге 2 ҡапма‑ҡаршы япрағы ябай, ҡалғандары — ҡатмарлы өсәр. Һабағы һәм япрағы төклө. Сәскәһе аҡ, йәшкелт аҡ, алһыу, шәмәхә. Сәскәлеге — ҡуйын тәлгәше. Июлдә сәскә ата. Емеше — 4—7 орлоҡло ҡуҙаҡ, авг. аҙ. — сент. башында өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 150—750 г. Орлоғоноң составы (%): аҡһым — 17—32, крахмал — 50—60, май — 0,8—3,6, клетчатка — 2,3—7,3, көл — 3,1—4,6 һ.б. Ҡоролоҡҡа сыҙамлы, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Вегетация осоро 75—125 көн тәшкил итә. Төп элгәрҙәре — ужым иген культуралары, яҙғы бойҙай, аралыҡлы культуралар (картуф, шәкәр сөгөлдөрө). Сәсеү ваҡыты һуң булған культура. Сәсеү нормаһы 0,8—1,5 ц/га, сәсеү тәрәнлеге 5—7 см булған киң рәт ысулы м‑н сәселә. Азотфиксация арҡаһында Ф. башҡа а.х. культуралары өсөн яҡшы элгәр булып тора. Респ. Ф. иң юғары уңышы 30 ц/га тәшкил итә [ “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығы, 1996—97]. Ашарға яраҡлыүҫемлек, декоратив үҫемлек. БР‑ҙа Ф. селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. алып С.Н.Сәмиғуллин тарафынан үткәрелә. Ф. үҫтереү өсөн уңайлы шарттар көньяҡ урман‑дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында бар. БР б‑са ҡулланылышҡа Горналь, Золотистая, Уфимская сорттары индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡуҙаҡлы иген культуралары.

Әҙәб.: Иванов Н.Р. Фасоль. Л.; М., 1961.

Ф.Әәүләтов, С.Н.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Ябай фасоль (Phaseolus vulgaris).“Уфимская" сорты

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика