ФӘРХШАТОВ Марс Нурулла улы (24.9.1955, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй: 1982–86 йй. ВЛКСМ ком‑ты секретары, 1997 й. алып тәрбиә эше һәм соц.‑көнкүреш мәсьәләләре, 2008 й. – уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1999–2005 йй. металдар технологияһы һәм машиналар ремонтлау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге туҙған деталдәрҙе уларға материалдарҙы электр контактлы иретеп йәбештереү ысулы м‑н тергеҙеүҙең ресурс һаҡлаусы технологияларын эшләүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: О конкурентоспосбности в сфере производства и обращения сельскохозяйственного сырья. Уфа, 2006 (авторҙ.); Применение магнитных устройств при восстановлении изношенных деталей. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика