БАЙҠЫ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың төньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Благовещен, Иҫке Күл, көнбайышта Мишкә, Иҫке Балтас р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. ойошторолған (ҡара: Административ район). 1932 й. 20 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Ҡариҙел р‑ны составына индерелгән. Майҙаны — 3750 км2. Район үҙәге — Байҡы ауылы. Районда 25 ауыл советы, 140 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 43,9 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 39 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы булған.

Л.А.Маркелова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика